БӘЛӘБӘЙ ҮҘӘК МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ. 1985 й. “Автонормаль” пр‑тиеһының Техника йорто булараҡ асыла, 2001 й. алып БР‑ҙың Респ. машина эшләүселәр профсоюзы ком‑тының коммерцияға ҡарамаған “Партнёрлыҡ” ойошмаһы Техника йорто, 2003 й. — Бәләбәй ҡ. һәм Бәләбәй р‑ны мәҙәниәт һарайы, 2006 й. — Бәләбәй ҡ. һәм Бәләбәй р‑ны үҙәк мәҙәниәт һарайы. 670, 250 һәм 80 урынлыҡ 3 тамаша залы, түңәрәк эше өсөн, грим һалыу бүлмәләре, видеотекаһы, ҡунаҡ бүлмәһе, оҫтаханалары бар. Мәҙәниәт һарайында 18 үҙешмәкәр сәнғәт ижады коллективы эшләй: “Русские звоны” хоры, “Реченька” урыҫ йыры вокаль ансамбле (1995, 2003 й. алып “халыҡ ансамбле” исемен йөрөтә; етәксеһе З.Т.Крылова), Бәләбәй урыҫ халыҡ инструменттары халыҡ оркестры, “Дарман” ҡурайсылар ансамбле (2004, 2009 й. алып “өлгөлө ансамбль”; етәкс. Ф.З.Вәлиев), “Паяц” йәштәр эстрада миниатюралары театры (1997, 2003 й. алып “халыҡ театры”; етәкс. Л.М.Воронова) һ.б. Мәҙәниәт һарайында йыл һайын Халыҡ-ара Аксаков байрамы, “Илһам шишмәләре” төбәк-ара шиғриәт фестивале (икеһе лә — 1995 й. алып), бөтә Рәсәй, респ. үҙешмәкәр сәнғәт конкурстары һәм смотрҙары; ҡала һәм район саралары үткәрелә.

С.Д.Фазылова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика