БӘЛӘБӘЙ СПИРТ-АРАҠЫ КОМБИНАТЫ, Башспирт” ААЙ филиалы. Составы: Знаменка спирт з‑ды (1988 й. алып); таҙартыу, ҡойоу, алкоголһеҙ эсемлектәр, тауар ебәреү һәм һауыт-һаба цехтары; лаборатория. 2011 й. 440 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла.

1925 й. ҡаҙна шарап склады (1895 й. нигеҙләнгән) базаһында Бәләбәй спиртараҡы з‑ды булараҡ нигеҙ һалына, 1952 й. башлап Бәләбәй ликёр-араҡы з‑ды, 1988 й. хәҙ. исемен йөрөтә, 1996 й. алып ДУП, 2001 й. — “Башспирт” ДУП‑ының бүлендек пр‑тиеһы, 2002 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика