БӘЛӘБӘЙ СВИТАһЫ, пермдең урындағы стратиграфик бүлексәһе. М.Э.Ноинский Бәләбәй р‑ны сиктәрендә айырып күрһәтә (1932). Ултырмалар Е.И.Тихвинская (1946), Н.Н.Форш (1951), В.А.Чердынцев (1937), М.А.Юнысов (1980) тарафынан тасуирлана. Б.с. ултырмалары БР‑ҙың төньяғында һәм Урта Кама буйында, үрге өлөшө Бәләбәй ҡ. тирәһендә һәм Татарстандың көнсығышында күҙәтелә. Йәше б‑са ҡазан ярусы аналогы. Өфө ярусының шишмә свитаһында ята һәм түбәнге татар ултырмалары м‑н ҡаплана. Һирәк эзбизташ ҡатыш ҡыҙыл мергель, балсыҡ һәм ҡомташ ҡатламынан ғибәрәт. Урта Кама буйында һәм БР‑ҙың төньяғында һирәк сыбар мергель һәм ҡараһыу һоро балсыҡлы эзбизташ балсыҡ һәм алевролит м‑н ритмик рәүештә ҡатлауланған конгломерат линзалары булған көрән-ҡыҙыл полимикт ҡомташтан тора. Тоҡомдарҙың төҫө көрән‑ҡыҙыл. БР терр‑яһында ҡалынлығы 100—200 м. Сөсө һыу фаунаһы (остракодтар, антракозидтар, тетраподтар һ.б.) хас. Көнсығыш Европа платформаһының көнсығыш сигенән үҙәк өлөшөнә табан Б.с. терриген ултырмалары әкренләп ҡазан ярусының диңгеҙ ултырмалары м‑н алмашына.

Әҙәб.: Региональная стратиграфическая схема верхнепермских отложений Русской платформы. Свердловск, 1990.

М.А.Юнысов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика