АБСАТАРОВА Гүзәл Рәшит ҡыҙы (1.10.1957, Өфө), бейеүсе. РФ‑тың атҡ. (1998), БАССР‑ҙың халыҡ (1989) һәм атҡ. (1986) артисы. Рәсәй театр сәнғәте акад. тамамлаған (1996; педагогтары Е.П.Валукин, Л.М.Таланкина). 1973 й. алып Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1991 й. — уҡытыусы‑репетиторы, бер үк ваҡытта 2004 й. алып Көнсығыш иҡт.-юридик гуманитар акад. һәм 2008 й. — БДПУ уҡытыусыһы. Тәбиғи нәзәкәтлелеге һәм драматик таланты м‑н айырылып тора. Нәфислек һәм театраллек — бейеүсе ижадының төп үҙенсәлектәре. Яңғыҙ “Заһиҙә” (ҡара: “Мөғлифә”) бейеүен һәм “Азамат”, “Арагон хотаһы”, “Бөрйән ҡыҙҙары”, “Дуҫлыҡ”, “Ете ҡыҙ”, “Ҡумыҙ менән бейеү” һ.б. күмәк бейеүҙәрҙә партиялар башҡара.

М.А.Таһирова

Тәрж. Г.Р.Ҡунафина

 

Текст на русском языке