БӘЛӘБӘЙ ӨЙӘҘЕ, 1781 й. Өфө наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Өфө провинцияһының көньяҡ‑көнбайыш өлөшө инә. 1796 й. бөтөрөлә. 1804 й. Ырымбур губернаһы составында тергеҙелә; 1865 й. Өфө губернаһына инә. 18 б. аҙ. төньяҡта — Бөрө өйәҙе һәм Минзәлә өйәҙе, көнсығышта — Стәрлетамаҡ өйәҙе һәм Өфө өйәҙе, көньяҡта — Ырымбур өйәҙе, көнбайышта Бөгөлмә өйәҙе һәм Боғорослан өйәҙе м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Бәләбәй ҡалаһы. Майҙаны — 22163 км2 (1897). Халҡы: 18 б. аҙ. — 62158 кеше (ш. иҫ. башҡорттар 17237), 1897 — 433179 (башҡорттар — 232960, мишәрҙәр — 2604, сыуаштар — 31443, татарҙар — 48784, урыҫтар — 88355 һ.б.), 1920 — 651 мең кеше. 19 б. аҙ. өйәҙҙә 414122 крәҫтиән иҫәпләнә, мещандар — 12766, дворяндар — 5183 һ.б.; мосолмандар — 283929, православие динендәгеләр — 140142 (ш. иҫ. 7913 старообрядсы) һ.б. 1803 й. өйәҙҙә 12‑се башҡ. һәм 5‑се мишәр кантондары (ҡара: Идара итеүҙең кантон системаһы) ойошторола. 1865 й. өйәҙ 4 станға бүленә. 1873 й. улустар һаны — 31 (Баҡалы, Боғаҙы, Васильевка, Ғәйнәямаҡ, Елдәр, Елизаветино, Зәйет, Измаил, Ильинка, Иҫке Ҡалмаш, Йәрмәкәй, Кескенәш, Ҡаҙанғол, Ҡаҙансы, Ҡаръяуҙы, Ҡорос, Ҡырғыҙ-Миәкә, Мәнәүезбаш, Надеждино, Никольск, Өҫән-Ивановка, СемёнМакар, Соҡаҙытамаҡ, Стәрлетамаҡ, Төмәнәк, Түреш, Үрге Бишенде, Үрге Троицк, Әлшәй, Әмәкәй, Әсән), 1922 й. — 44. 19 б. аҙ. өйәҙҙә 1576 торама пункт була. Халыҡтың төп өлөшө игенселек м‑н шөғөлләнә. 20 б. башында а.х. халыҡтың 84%‑тан ашыуы мәшғүл була. 1904 й. һөрөнтө ерҙәр майҙаны (мең дисәтинә) 453,8 тәшкил итә, ш. иҫ. арыш сәсеүлеге — 164,7, бойҙай — 104,6, тары — 55,2, һоло — 47, ҡарабойҙай — 24,4, борсаҡ — 12,5, картуф — 5,2, борай — 3,4; һыйыр малы һаны — 62892 баш, йылҡы — 49558, һарыҡ — 129544, кәзә — 15921, сусҡа — 6316. 20 б. башында Алафузов буҫтау фабрикаһы, 4 шарап ҡыуыу заводы, 32 кирбес һуғыу һәм 5 поташ заводы, 15 күн эшкәртеү, 60 итек тегеү һ.б. пр‑тиелар эшләй. Бәләбәйҙә, Аҙнағол, Байгилде, Баҡалы, Бүздәк, Дәүләкән, Иҫке Турай, Раевка, Шаран аа. йәрминкәләр үткәрелә. 1888 й. өйәҙ аша Һамар—Златоуст т. юлы (Кинәле—Өфө участкаһы) үтә, 1911—14 йй. — Волга—Урал т. юлы (Бөгөлмә—Шишмә участкаһы). 298 мәсет, 19 сиркәү һәм 2 часовня (1865); 443 уҡыу йорто (1912) иҫәпләнә. Өйәҙ 1922 й. бөтөрөлә, уның төп терр‑яһы — Бәләбәй кантоны составына, 2 улусы (Покровка һәм Фёдоровка) Стәрлетамаҡ кантонына инә.

Әҙәб.: Сборник статистических сведений по Уфимской губернии. Т.4. Белебеевский уезд. Уфа, 1898; Первая всеобщая перепись населения Российской империи, 1897 г. Т.45. Уфимская губерния. Тетр. 1, 2. СПб., 1901—1904.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Карта Белебеевского уезда

Яндекс.Метрика