БӘЛӘБӘЙ ОПЕРАЦИЯҺЫ, РККА‑ның Көнсығыш фронты Көньяҡ армиялар төркөмөнөң 1919 й. 15—19 майында Бәләбәй ҡ. алыу маҡсатында үткәрелгән һөжүм операцияһы; Граждандар һуғышы барышында Көнсығыш фронттың стратегик контрһөжүменең бер өлөшө. 1919 й. майына Көньяҡ армиялар төркөмө аҡтарҙың Көнбайыш армияһының яҙғы һөжүмен туҡтата һәм контрһөжүмгә күсә. 1 майҙа Һамар—Златоуст т. юлының Һарайғыр ст. янында Көнбайыш армияның 4 уҡсылар полкы, Украина курене (полкы) һәм Т.Г.Шевченко ис. егерҙар батальоны (3 меңдән ашыу кеше) РККА яғына сыға (тулы йәки өлөшләтә составта). Көнбайыш армияның уларға күрше 3‑сө Урал тау уҡсылары корпусы һәм 6‑сы Урал армия корпусы РККА‑ның Бишенсе армияһы, Төркөстан армияһы һәм егерме дүртенсе уҡсылар дивизияһы тарафынан ҡыйратыла. Ҡыҙылдар 120—150 км алға китә һәм Абдулла ст. янында нығына. Һарайғырҙы ҡайтарып алырға ташланған ойошторолоп бөтмәгән 1‑се Волга буйы армия корпусы 6—10 майҙа Бәләбәй эргәһендә туплана. Көнбайыш армияның Бәләбәй янындағы көстәре 17 мең кеше, 46 орудие, 172 пулёмет тәшкил итә; уға ҡаршы тороусы Көньяҡ армиялар төркөмөндә 23 мең кеше, 119 орудие, 560 пулёмет була. Көньяҡ армиялар төркөмө командующийы М.В.Фрунзеның планы б‑са, Казак айырым бригадаһы һәм егерме бишенсе уҡсылар дивизияһы Бәләбәйҙән төньяҡтараҡ 2‑се Өфө армия корпусының оборонаһын өҙөргә һәм Волга буйы армия корпусының Өфөгә сигенеү юлын киҫеп, Дәүләкән ст. хәрәкәт итергә тейеш була. Төркөстан армияһының 31‑се уҡсылар див. м‑н 24‑се уҡсылар див. көнбайыштан һәм көньяҡ‑көнбайыштан Бәләбәйгә һөжүм итеүе ҡарала. 5‑се армияның 26‑сы уҡсылар див. — төньяҡта һәм егерменсе уҡсылар дивизияһы көньяҡта Көнбайыш армия һәм Рус армияһының Урал армияһы тарафынан ҡамау хәрәкәтен киҫәтеү өсөн әҙерлеккә ҡуйыла. 2‑се уҡсылар див. (13 майҙан Төркөстан армияһында) резервта ҡалдырыла. Волга буйы армия корпусы ҡыҙылдарҙан алдараҡ һөжүм башлай, РККА‑ның 26‑сы уҡсылар див. ҡыйрата һәм 11 майҙа Бөгөлмә ҡ. ала. Ләкин 13 майҙа 3‑сө Сембер уҡсылар див. 10‑сы Бөгөлмә һәм 11‑се Быҙаулыҡ уҡсылар полктарының РККА яғына сығыуы сәбәпле, Волга буйы армия корпусы юғалтыуҙар м‑н кире Бәләбәйгә сигенә. 15 майҙа РККА‑ның 24‑се һәм 31‑се уҡсылар див. Бәләбәйгә һөжүм ойоштора. Волга буйы армия корпусының ҡаланы һаҡлаусы 3 полкы бер нисә мәртәбә контрһөжүмгә күсә. 24‑се, 25‑се һәм 31‑се уҡсылар див. берлектәге хәрәкәттәре Волга буйы армия корпусына ҡамалыу ҡурҡынысы тыуҙыра һәм уны 16 майҙа Өфөгә ҡарай т. юл буйлап сигенергә мәжбүр итә. 17 майҙа Казак айырым бригадаһы Бәләбәйгә бәреп инә. 18 майҙа ҡалаға — 25‑се, 19‑сы майҙа 31‑се уҡсылар див. инә. Көнбайыш армия 50—70 км көнсығышҡа сигенә. Көнсығыш фронтҡа Өфөгә һөжүм итеү мөмкинлеге тыуа. Казак айырым бригадаһының 13‑сө һәм 14‑се кавалерия полктарына Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның Почётлы революцион Ҡыҙыл Байраҡтары тапшырыла, күп ҡыҙылармеецтар Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнә.

Әҙәб.: Эйхе Г.Х. Уфимская авантюра Колчака (март — апрель 1919 г.). М., 1960; Константинов С.И. Вооружённые формирования противобольшевистских правительств Поволжья, Урала и Сибири в годы гражданской войны. Екатеринбург, 1997.

И.Ф.Плотников

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Белебеевская операция 1919 г. Карта боевых действий.

Яндекс.Метрика