БӘЛӘБӘЙ МУЗЕЙЫ, Бәләбәй ҡ. урынлашҡан. 1979 й. Милли музей филиалы булараҡ ойошторола, 2006 й. алып тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы. Музей фондында — 30 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы ҡоралдары коллекцияһы; 19 б. 30‑сы йй. аҙ. балта оҫтаһы С.А.Цымбал эшләгән ағас ҡул тирмәне; фотодокументтар һәм 18—20 бб. Бәләбәй т‑дағы башҡа материалдар. 5 залда урынлашҡан экспозиция тәбиғәт, этнография, Б.В. һуғышы һәм Бәләбәй тарихы бүлектәренән тора. “Бәләбәй районының хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы” диорамаһы, реконструкцияланған башҡ. тирмәһе, мөрйәһеҙ сыуаш өйө, сауҙагәр кибете бар.

М.З.Әсәҙуллина

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика