БӘЛӘБӘЙ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ, 1936 й. мед. мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1944 й. алып мед. техникумы, 1954 й. — мед. уч‑щеһы, 2003 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә дауалау эше, шәфҡәт туташы һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Китапханаһы, дөйөм ятағы, спорт комплексы бар. Уҡыу йорто м‑н А.Я.Соколов (ҡара: Соколовтар) эшмәкәрлеге бәйле. Яҡынса 8,4 мең белгес әҙерләнгән (2011).

Р.М.Хәйруллин

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика