БӘЛӘБӘЙ МАШИНАЛАР ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ, насостар етештереү пр‑тиеһы. 1942 й. Украинанан 1941 й. эвакуацияланған шәкәр комб‑ты базаһында Бәләбәй энергомеханика з‑ды булараҡ нигеҙ һалына, 1943 й. алып Б.м.э.з. газ генераторы ҡулайламалары, аҙыҡтүлек сәнәғәте өсөн фильтр-престар, кер йыуыу машиналары етештерә, 1950 й. ҡарата 27 төр продукция, ш. иҫ. ағас эшкәртеү станоктары, эшләп сығарыу үҙләштерелә. 1966 й. башлап Бәләбәй ағас эшкәртеү станоктары з‑ды, 1974 й. — Бәләбәй технологик ҡорамалдар тәж.-эксперименталь з‑ды, 1986 й. — Бәләбәй а.х. машиналары эшләү з‑ды, 1997 й. — Б.м.э.з., 1998 й. — ДУП, 2007 й. ябыла. Составына ҡойоу участкаһы, металл онтағынан әйбер етештереү, механик йыйыу (бөтәһе лә 1986 й. нигеҙләнгән) цехтары ингән. 1999 й. 327 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған, яҡын сит илдәргә сығарылған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика