АБРОСИМОВ Владимир Сергеевич (10.10.1948, Химки ҡ.), актёр, режиссёр. РФ‑тың атҡ. (2007), БР‑ҙың халыҡ (2003) һәм атҡ. (1998) артисы. ӨДСИ‑не (1975; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы), Б.В.Щукин ис. театр уч‑щеһын (Мәскәү, 1991; А.М.Поламишев курсы) тамамлаған. 1975—90 йй. һәм 1993 й. алып БР‑ҙың Урыҫ драма театры актёры; 1990 й. — Йәш тамашасы театры (ҡара: Милли Йәштәр театры), 1991—93 йй. — Чита өлкә драма театры режиссёры. А. ижадында лиризм һәм ирония, комик һәм драматик үҙенсәлектәр тәбиғи сағылыш ала. Төп ролдәре: Толик (“Беҙҙең бурыстар” — “Долги наши”, Э.Я.Володарский; дебют, 1974), Миша Ерофеев (“Ғәфү ит мине” — “Прости меня”, В.П.Астафьевтың “Йондоҙ атылыу” — “Звездопад” повесы б‑са), Присыпкин (“Ҡандала” — “Клоп”, В.В.Маяковский), Лаэрт (“Гамлет”, У.Шекспир), Хужа (“Бик ябай тарих” — “Очень простая история”, М.Ладо). Б.Брехттың “ситләшеү эффекты” ысулын оҫта ҡулланып, персонаждарының ҡылыҡтарын тәрән һәм төрлө яҡлап  анализлай: Пирогов (Н.В.Гоголь әҫәре б‑са Поламишевтың “Ах, Невский!..” спектакле), Шмага (“Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр” — “Без вины виноватые”, А.Н.Островский), Һөйләүсе һәм судья Аздак (“Кавказ аҡбур түңәрәге” — “Кавказский меловой круг”, Б.Брехт). Урыҫ драма театрында Ш.Перроның “Золушка” әкиәте б‑са Т.Габбеның “Гәлсәр башмаҡ” (“Хрустальный башмачок”; 1976), А.Линдгрендың “Шымсы йәки бер кем дә түгел” (“Сыщик или никто”) пьесаһы б‑са “Шымсы” (“Сыщик”; 1988), Чита өлкә драма театрында Ж.-Ж.Брикер һәм М.Ласеганың “Ир заты, берлектә” (“Мужской род, единственное число”; 1991) спектаклдәрен ҡуя.

Е.А.Попова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке