БӘЛӘБӘЙ, БР‑ҙағы ҡала, Бәләбәй р‑нының адм. үҙәге (1930 й. алып). Өфөнән көньяҡ-көнбайышҡа 180 км һәм Аксаков т. юл ст. төньяҡҡа табан 10 км алыҫлыҡта Бәләбәй й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Майҙаны — 37 км2. Халҡы (мең кеше): 1920 й. — 10,2; 1939 — 15,2; 1959 — 25,8; 1989 — 52,9; 2002 — 60,9; 2010 — 60,2. Милли составы (2002): урыҫтар — 48,0%, татарҙар — 23,0%, сыуаштар — 11,8%, башҡорттар — 11,5%. Ҡала составында: Аксаков а. (3,2 мең кеше), Приют ҡасабаһы (Йәрмәкәй р‑нында урынлашҡан; 20,8 мең).

Б. иҡтисад нигеҙен нефть һәм газ сығарыу, машиналар эшләү, аҙыҡ-түлек сәнәғәте һәм төҙөлөш индустрияһы пр‑тиелары тәшкил итә. 50‑се йй. уртаһында Б. Шкапов нефть ятҡылығын үҙләштереүҙә терәк базаға әйләнә. Аксаков электр бүлеү селтәрҙәре, “Автонормаль” з‑ды, Бәләбәй машиналар эшләү заводы, тәж.-механика заводы, “Керамика” ЯСЙ, трикотаж фабрикаһы, Һуҡырҙар йәмғиәтенең уҡыу-производство пр‑тиеһы, Бәләбәй һөт комбинаты, Бәләбәй спирт-араҡы комбинаты, элеватор һ.б. эшләй. Б. аша Бәләбәй—Николаевка—Туймазы—Баҡалы, Бәләбәй— Йәрмәкәй—Приют автомобиль юлдары үтә.

Б. Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар акад., Һамар дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты филиалдары, Бәләбәй ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу техникумы, Бәләбәй машиналар эшләү техникумы, Бәләбәй медицина колледжы, Бәләбәй педагогия колледжы, ПУ, 2 һөнәрселек лицейы, киске мәктәп, 12 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 10‑ы урта мәктәп (ш. иҫ. Бәләбәй урта мәктәбе №1), 3 гимназия, гимназия-интернат, мәктәп-интернат, коррекция мәктәбе, балалар йорто, 17 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, Мәктәп-ара уҡыу-уҡытыу комб‑ты, 3 балалар сәнғәт мәктәбе, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, экология-биол. үҙәге; үҙәк ҡала дауаханаһы; мәҙәниәт һарайы, 4 клуб учреждениеһы, 7 китапхана, Бәләбәй музейы, сәнғәт галереяһы бар. Ҡалала 10 халыҡ һәм 6 өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Белебеевские известия” һәм “Урал сасси” гәз. сыға.

Б. Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1751 й. керҙәшлек килешеүе [1772 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1757 й.) рәсмиләштерелгән] б‑са яңы суҡындырылған сыуаштар ауыл (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, удел ведомствоһы ауылы) булараҡ нигеҙ һала. 1781 й. алып өйәҙ ҡалаһы, Бәләбәй өйәҙенең адм. үҙәге. 1865 й. 1883 кеше йәшәгән. Игенселек, һөнәрселек кәсептәре, ваҡ сауҙа м‑н шөғөлләнгәндәр. 4 күн, 2 май һығыу, 5 араҡы заводы булған. 2 сиркәү, мәхәллә училищеһы, ҡала һәм төрмә дауаханалары, 6 сауҙа кибете урынлашҡан. Йәрминкәләр үткәрелгән. 1922 й. башлап Бәләбәй кантонының адм. үҙәге. Ҡалала 40‑тан ашыу мәҙәни мираҫ объекты бар: Михаил Архангел сиркәүе, төрмә бинаһы (1775 й. төҙөлгән), ҡала башлығы А.Л.Напалков йорто (1865), Николай соборы (1897), ҡала (1898) һәм земство (1912) башҡармалары, сауҙа рәттәре ансамбле (14 корпус, 1901—04), “Иллюзион” синематографы (20 б. башы), Халыҡ йыйылышы (1908) биналары һ.б. Б. “РСФСР‑ҙың тарихи торама урындары исемлеге”нә индерелгән (1990).

Ғ.Ә.Ғафаров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Карта г.Белебей

Яндекс.Метрика