БӘЛЕШ, башҡорт аш‑һыуының традицион аҙығы. Эслек һалып сөсө ҡамырҙан бешерелгән өҫтө ябыҡ түңәрәк ризыҡ. Эслек өсөн ит, ҡаҙ үпкә‑бауыры, ярма (тары, дөгө), йәшелсә (картуф, ҡабаҡ), татлы Б. өсөн емеш‑еләк (балан, ҡайын еләге) ҡулланыла. Итһеҙ Б. мул итеп май ҡушып әҙерләнә. Итле Б. табынға эҫе көйө ултырталар (бәлеш өҫтөн ҡырҡып алып, эслеген, һуңынан төбөн ашайҙар). Ғәҙәттә Б. туй, бала тыуыу (ҡара: Бишек туйы, Исем ҡушыу) уңайынан байрам өҫтәленә, өмәлә ҡатнашыусылар һ.б. өсөн бешергәндәр. Б. оҡшаш аҙыҡ мордва, урыҫ, татар, сыуаш һ.б. халыҡтар аш‑һыуында осрай.

С.Н.Шитова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика