БӘКӘТИН, мәкәтин, башҡ. ҡәбиләһе. Ҡатай ырыу‑ҡәбилә берләшмәһенә ингән. Этник йәһәттән б.э. 1‑се мең йыллығы аҙ. Төньяҡ Арал буйы төрки ҡәбиләләренә һәм фин-уғыр ҡәбиләләренә барып тоташа. Шәжәрәгә ярашлы, бәкәтиндәрҙең ырыу башлығы Иштәк улы Бәкәтүн була. 14 б. тиклем Б. көньяҡ-көнбайыш Урал буйында күсмә тормош алып бара. 15 б. Урал аръяғына, Иртәш м‑н Кәҫле күлдәренән көнсығышҡа табан күсенә, унда ҡатай ырыуы м‑н күрше була. 16 б. Б. бер өлөшө Себер татарҙары м‑н көнсығышҡа китә, бер өлөшө ҡатайҙар составына ҡушыла. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Себер даруғаһының Бәкәтин (Мәкәтин) улусын тәшкил итә. Б. йәшәгән ерҙәр 18—19 б. аҙ. — Екатеринбург өйәҙенә (бында 19 б. уртаһында 2,2 мең Б. иҫәпләнә), идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 2‑се (3‑сө) башҡ. кантонына (1798—1854) инә. Хәҙ. ҡәбилә йәшәгән ерҙәр Силәбе өлк. Красноармейск һәм Ҡоншаҡ р‑ндарына ҡарай.

Әҙәб.: Мурзабулатов М.В. Численность и расселение зауральских башкир в XIX — начале ХХ вв. //Вопросы этнической истории Южного Урала. Уфа, 1982; Кузеев Р.Г. Происхождение башкирского народа. Этнический состав, история расселения. 2‑е изд., доп. Уфа, 2010.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика