• Печать

БӘКЕРОВА Әминә Ғәйфулла ҡыҙы (23.11.1932, БАССР‑ҙың Асҡын р‑ны Ҡыйғаҙы а.), педиатр. СССР‑ҙың халыҡ табибы (1982). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1959) Өфөнөң 36‑сы поликлиникаһында, 1963—87 йй. 1‑се балалар поликлиникаһында эшләй. Балаларға дауалау-иҫкәртеү ярҙамын ойоштороусы. Б. хеҙмәтләндергән участкаларында ауырыған балалар һанының респ. иң аҙ булыуына өлгәшә. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1978). БАССР ЮС‑ының 10—11‑се саҡырылыш депутаты.

Әҙәб.: Киньябулатов А.У., Халикова Э.Р. Народный врач страны. Уфа, 2002.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке