БӘКЕРОВ Әхәт Барый улы (17.2.1952, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Сапай а.), гематолог. БР ФА мөхбир ағзаһы (2006), мед. ф. д‑ры (1996), проф. (1996). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2005). РФ‑тың (2002) һәм БР‑ҙың (1995) атҡ. табибы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1975) шунда уҡ эшләй. 1979 й. алып Өфөнөң 13‑сө дауаханаһында гематология бүлеге мөдире, 1984 й. — КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑тында. 1989 й. башлап БДМИ‑ла уҡыта (1992 й. алып дауалау эштәре б‑са проректор), 1997 й. — Хеҙмәт мед. һәм кеше экологияһы ҒТИ дир., бер үк ваҡытта БДМУ‑ның дипломдан һуң белем биреү ин‑тының терапия каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре киҫкен һәм хроник лейкоз м‑н ауырыусыларҙы иммунодиагностикалау һәм дауалау алымдарын эшләүгә арналған. Б. лимфопролиферациялаусы ауырыуҙар һәм ҡайһы бер һөнәри ауырыуҙар терапияларына иммунохимик ысулдар индерә. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы. БР Терапевтар ассоциацияһы рәйесе (1998 й. алып).

Хеҙм.: Состояние сердечно-сосудистой системы у больных гемобластозами. Уфа, 2003 (авторҙ.); Состояние сердечно-сосудистой системы у больных множественной миеломой. Уфа, 2007 (авторҙ.); Поражение печени химическими веществами. Уфа, 2007 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика