БУЛАТОВА Фәниә Дәриғәт ҡыҙы [17.8.1928, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Әрмет‑Рәхим а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 19.6.1997, Өфө], профпатолог. Мед. ф. д-ры (1984), проф. (1987). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1952) Ишембай ҡ. терапевт булып эшләй. 1963 й. алып Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ клиникаһының баш табибы, 1966 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта (1991—96 йй. токсикология, профпатология, хеҙмәт һәм тирә‑яҡ мөхит гигиенаһы каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге сәнәғәт токсиканттары (ароматик углеводородтар) түбән концентрацияларының химия һәм нефтехимия сәнәғәте эшселәренең бауыр һәм үт юлдары эшмәкәрлегенә тәьҫирен өйрәнеүгә һәм һөнәри ауырыуҙарҙы иҫкәртеүҙең һөҙөмтәле сараларын эшләүгә арналған. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика