БУЗАЕВ Вячеслав Степанович (22.1.1948, Өфө — 12.4.2012, шунда уҡ), йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы. Мед. ф. д‑ры (2007). БР‑ҙың атҡ. табибы (1999). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1974) — 17‑се ҡала дауаханаһында, 1975 й. алып (өҙөклөк м‑н) — 6‑сы ҡала клиник дауаханаһында (икеһе лә — Өфө); 1981—89 йй. Новосибирск ҡан әйләнеше патологияһы ҒТИ‑нда эшләй. 1991 й. башлап Респ. кардиология диспансерында (2010 й. тиклем бүлек мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре йөрәктең һул ҡарынсығы насос функцияһының төрлө боҙолоуҙары ваҡытында ҡан әйләнешенең кесе түңәрәгендәге гемодинамик үҙгәрештәргә арналған. Б. ҡатнашлығында тире аша коронар операция яһағанда интраоперация һәм операциянан һуң тәүге өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртеү ысулы эшләнә. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы. БР б‑са тикшереү һәм дауалауҙың рентгенэндоваскуляр алымдары б‑са белгестәр йәмғиәте рәйесе (2009—12).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика