АБРАРОВ Рәмил Рәжәп улы (10.6.1958, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Мишкә а.), тренер. Трамплиндан саңғыла һикереү б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2003), БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2001). Силәбе физик культура ин‑тын тамамлаған (1992). 1981—93 йй. “Локомотив” ДСО‑һы, 1993 й. алып трамплиндан саңғыла һикереү б‑са һәм саңғы б‑са икебәйге СДЮШОР‑ы (Өфө) тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында Д.В.Васильев, И.Р.Фәтҡуллин, 20 Рәсәй спорт мастеры, ш. иҫ. Рәсәй чемп. (2001—02), Олимпия уйындарында (2002) ҡатнашыусы А.С.Белов, Бөтә донъя универсиадаһының бронза призёры А.А.Лушников (1999) һ.б.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018