БОГОЛЮБОВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Константиноградовка а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 57 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 395 кеше; 1920 — 503; 1939 — 321; 1959 — 109; 1989 — 105; 2002 — 168; 2010 — 174 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1894 й. Стәрлетамаҡ өйәҙендә алпауыт Боголюбовтан һатып алынған ерҙәрҙә Пенза губ. күсеп килеүселәр нигеҙ һала. 1896 й. 41 йортта 172 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. сиркәү (1905 й. төҙөлгән), земство мәктәбе, тимерлек, һыу һәм ел тирмәндәре, мөгәзәй теркәлгән. 1920 й. Б. (Котовка) исеме м‑н иҫәпкә алынған.

Ю.А.Кәримов

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика