БОГОЛЮБОВКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Дим а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К. 40 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 69 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 123 кеше; 1920 — 313; 1939 — 350; 1959 — 254; 1989 — 251; 2002 — 201; 2010 — 158 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Набережный төп мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1874 й. Бәләбәй өйәҙендә урыҫ һәм украин крәҫтиәндәре нигеҙ һала.

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика