БОГОЛЮБОВ Николай Николаевич (8.8.1909, Түбәнге Новгород ҡ. — 13.2.1992, Мәскәү), математик, физик‑теоретик, механик. СССР ФА акад. (1953), Украина ССР‑ы ФА акад. (1948). Соц. Хеҙмәт Геройы (1969, 1979). Фәнни хеҙмәттәре һыҙыҡлы булмаған механика, ҡырҙың квант теорияһы, математик физика өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Һыҙыҡлы булмаған механика һәм теоретик физикала фәнни мәктәптәргә нигеҙ һалыусы. Украина ССР‑ы ФА БАССР‑ға эвакуацияланған осорҙа (1941—43) Рыбинск авиация ин‑тының (ҡара: Авиация техник университеты) һәм К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тының юғары матем. каф. мөдире. Өфөлә Б. интеграль күп төрлөлөк ысулын һәм урталыҡты табыуҙың статистик алымын эшләй; авиамоторҙарҙың бөгөмлө валдарының өйөрөлмә тирбәлешен һәм вибростабилләшеү проблемаларын өйрәнә (акад. Н.М.Крылов м‑н берлектә). Ленин пр. (1958), СССР‑ҙың Дәүләт пр. (1947, 1953, 1984) лауреаты.

М.Ә.Илһамов

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика