БОГДАНОВИЧ Николай Модестович (1853, Харьков ҡ. — 6.5.1903, Өфө, С.‑Петербургта ерләнгән), дәүләт эшмәкәре. Действительный статский советник (1896). Хоҡуҡ канд. (1876). Дворяндарҙан. С.‑Петербург ун‑тының юридик ф‑тын тамамлағандан һуң (1865) Юстиция министрлығы органдарында эшләй. 1876 й. алып Киев губерна прокуроры ярҙамсыһы, 1887 й. — Ломжа, 1890 й. башлап Лифляндия вице‑губернаторы, 1892 й. алып Тубыл губ‑ры вазифаһын башҡарыусы, 1896 й. Юстиция министрлығының Баш төрмә идаралығы начальнигы. 1896 й. башлап Өфө губ‑ры. 1902 й. эске эштәр министры В.К.Плевеға 1898 й. 20 апр. “Башҡорт дайсаларын ыҙанлау тураһында положение” указының үтәлешен тиҙләтеү, “Башҡорттар тураһында положение” ҡарарын юҡҡа сығарыу һәм башҡорттарға ҡарата 1902 й. “Крәҫтиәндәр тураһында дөйөм положение” указын ҡулланыу проекты м‑н мөрәжәғәт итә. 1903 й. Златоуст (Косотур) заводының эш ташлаған эшселәренең талаптарын үтәүҙән баш тарта (ҡара: Златоуст ҡан ҡойошо). Эсерҙарҙың хәрби ойошмаһы ағзаһы Е.О.Дулебов тарафынан үлтерелә. 3‑сө һәм 4‑се дәрәжә Изге Владимир, 2‑се, 3‑сө һәм 4‑се дәрәжә Изге Анна, 1‑се, 2‑се һәм 3‑сө дәрәжә Изге Станислав орд. м‑н бүләкләнгән.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика