БОГДАНОВА Галина Михайловна (19.2.1925, Ленинград губ. Лемасарь а. — 9.9.2013, Өфө), Соц. Хеҙмәт Геройы (1975). 1941—80 йй. ӨМЭПБ‑ла шымартыусы, өлкән планлаштырыусы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тәүлек эште 2—3 тапҡырға арттырып үтәй. 9‑сы биш йыллыҡ планын 4 йыл эсендә башҡара. БАССР ЮС‑ының 7‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1975), Окт. Революцияһы (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Шарипов В. Дочь Ленинграда //Высокое звание: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1977.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке