БОГДАНОВ Александр Николаевич (3.11.1882, Рязань губ. Мердуши а. — 5.9.1964, Белгород‑Днестровский ҡ.), ботаник. Проф. (1927). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1948). С.‑Петербург ун‑тын (1908) һәм Мәскәү а.х. ин‑тын (1912) тамамлаған. 1913 й. алып — Мәскәү, Вологда, Новочеркасск ҡҡ., 1935—59 йй. БАХИ‑ла (ботаника каф. мөдире), бер үк ваҡытта БНИИСХ‑ла эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре респ. тәбиғәтен һаҡлау проблемаларын өйрәнеүгә арналған. С.Ф.Ҡурнаев м‑н берлектә БАССР‑ҙың геоботаник картаһын (1941) төҙөй. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе рәйесе (1947—56).

Е.В.Кучеров

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика