БОГАЧЁВ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ишмырҙа а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К. 25 км һәм Сибай т. юл ст. К.Көнб. табан 66 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 575 кеше; 1939 — 522; 1959 — 527; 1989 — 365; 2002 — 339; 2010 — 254 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ишмырҙа урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

20 б. башында Орск өйәҙендә украин крәҫтиәндәре Богачёв утары булараҡ нигеҙ һала. 30‑сы йй. аҙағынан ауыл статусын ала һәм хәҙ. исемен йөрөтә.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика