БОГАТЫХ Константин Фёдорович (1.6.1936, Ырымбур өлк. Николаевка а. — 15.7.2016, Өфө), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1989), проф. (1993). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2003), БАССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1987). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1963) 2011 й. тиклем шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге нефть һәм уның фракцияларын ректификациялау процесының иҫәпләү ысулдарын һәм алгоритмдарын, нефтте һәм уның фракцияларын эшкәртеүҙең энергия һаҡлаусы һәм экологик яҡтан камилыраҡ булған технологияларын файҙаланырлыҡ химик аппараттарҙың юғары һөҙөмтәле конструкцияларын эшләүгә арналған. Б. етәкс. 1985—98 йй. БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең 10 НЭЗ‑ында индерелгән ултыртмалы арҡыры‑буй ағымлы ректификация колонналары уйлап табыла. 230‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 80 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Реконструкция колонного оборудования установок АВТ АООТ “Орскнефтеоргсинтез” //Нефтепереработка и нефтехимия. 1995. №9 (авторҙ.).

С.Ә.Әхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика