АБРАМЫЧЕВА Нина Ивановна [1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Михайловка а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 1948, шунда уҡ], Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). 1941 й. алып БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны “Ҡыҙыл Һабансы” к‑зында баҫыусы булып эшләй, 1947 й. — звено башлығы. 1947 й. А. звеноһы гектарынан 30 ц арыш ала. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1948).

Әҙәб.: Захаров А. Одна из первых // Герои Труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.