БОБСЛЕЙ (ингл. bobsleigh), спорт төрө, айырым конструкциялы идара ителеүсе саналарҙа махсус боҙ трассалары буйлап ҙур тиҙлектә тауҙан шыуып төшөү. Башҡортостанда Б. 20 б. 80‑се йй. алып үҫешә. 1982 й. Мәләүез р‑ны Томансы а. СССР‑ҙа 1‑се махсуслаштырылған сана‑бобслей трассаһы асыла һәм Б. б‑са СССР чемпионатының 1‑се этабы үткәрелә; 1986 й. бында — СССР халыҡтары спартакиадаһының, 1989 й. РСФСР халыҡтары спартакиадаһының финал ярыштары үтә. 1983 й. респ. бобслейсылары беренсе тапҡыр “Динамо” ДСО‑һының Үҙәк советы чемпионатында сығыш яһай. БАССР йыйылма командаһы — РСФСР халыҡтары спартакиадаһы чемп. (1989). Респ. Б. б‑са СССР‑ҙың тәүге спорт мастерҙары — В.А.Горин һәм С.Н.Серёдкин (1986). Халыҡ-ара ярыштарҙа С.В.Голубев, А.Ю.Зубков, В.А.Любовицкий, О.Н.Некрасова, О.Ю.Петров, А.Н.Селивёрстов, Т.А.Трапезникова юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. РСФСР чемп.: Горин, Серёдкин (1987), Н.А.Борцов, А.Н.Тереғолов (1988). РСФСР чемпионатының көмөш призёры В.Н.Морозов була (1987), РСФСР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёрҙары — Горин һәм Серёдкин (1989). Рәсәй чемп.: Тереғолов (1994), И.Р.Йәһүҙин, А.Н.Канаев, Петров, С.А.Хәйруллин (бөтәһе лә — 1995). Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыусылар — Любовицкий (1992), Тереғолов (1994), Петров (1992, 1994, 1998), Селивёрстов (1998, 2002, 2006), Голубев, Зубков (2002, 2006). Б. м‑н тренерҙар П.А.Алфёров, И.И.Девяткин, А.Ю.Неганов, Р.Ш.Фәйезов,В.Ш.Чанбарисов, бөтә союз категориялы судьялар Е.А.Артемьев, В.В.Неупокой, В.Ф.Спиридонова һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Р.Ш.Фәйезов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика