БОБРОВАЯ, ҡара ҡарағат сорты. 1978 й. М.Ғ.Әбдеева (БНИИСХ) һәм В.М.Литвинова тарафынан (Бөтә Рәсәй баҡсасылыҡ һәм питомниксылыҡ селекция‑технология ин‑ты, Мәскәү) Крупная, Бредторп һәм Хлудовская сорттарын һеркәләндереү юлы м‑н сығарыла. Ҡыуағы уртаса бейеклектә, уртаса тармаҡлы, үренделәре еңелсә бөгөлөп тора, асыҡ йәшел төҫтә. Япрағы асыҡ йәшел, тоноҡ. Емеш тәлгәше бөгөлөп тора, эре 8—10 тумалаҡ еләкле, уртаса ауырлығы 1,4 г, тәме һәйбәт. Өлгөрөү ваҡыты уртаса булған сорт. Шәкәр миҡдары — 7,6%, С витамины — 167 мг %. Насар һауа шарттарына сыҙамлылығы уртаса. Онло ысыҡ һәм антракноз м‑н аҙ зарарлана. Уңдырышлылығы — 99 ц/га (Өфө тәжрибә‑производство хужалығы, 1984). БР б‑са 1994 й. ҡулланылышҡа индерелгән, бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

М.Ғ.Әбдеева

Тәрж. Р.С.Мөфтәхетдинова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика