БОБРИК Борис Фёдорович [11.7.1933, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Аксёнов а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 21.7.2013, Өфө], хужалыҡ эшмәкәре. РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1996), БАССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1987). БАХИ‑ны тамамлаған (1983). 1956—2003 йй. “Востокнефтепроводстрой” ААЙ‑нда (Өфө) эшләй: өлкән  мастер, 1962 й. алып участка, 1966 й. —4‑се төҙөлөш идаралығы, 1967 й. —7‑се төҙөлөш идаралығы нач., 1979 й. башлап идарасы, 1994 й. — ген. директор. Б. ҡатнашлығында Урта Азия—Үҙәк, Уренгой—Үҙәк, Уренгой—Помары—Ужгород, Бохара—Урал, Ямбург—Волга буйы һ.б. магистраль үткәргес торбалар төҙөлә, ш. уҡ БР‑ҙың 36 р‑нына газ үткәрелә. СССР ЮС‑ының 7‑се саҡырылыш, БР Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтайҙың 1‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1973), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1968, 1981) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика