БЛЮХЕР Василий Константинович (19.11.1890, Ярославль губ. Барщинка а. — 9.11.1938, Мәскәү), хәрби эшмәкәр. Советтар Союзы Маршалы (1935). 1916 й. алып РСДРП ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1914—16 йй. һәм 1917 й. рус армияһында; 1918 й. алып РККА‑ла. 1917 й. дек. башлап Силәбе ХРК рәйесе. 1918 й. апр.— июнендә Ырымбурҙа революцион ғәскәрҙәр командующийы, авг.—сент. Йыйылма Урал отряды походына етәкселек итә. Окт. алып — 4‑се Урал (нояб. башлап 30‑сы), 1920 й. авг.— нояб. 51‑се уҡсылар див. начальнигы. 1921 й. башлап Алыҫ Көнсығыш респ. Халыҡ‑революцион армияһында, Петроград нығытылған районында һәм Украина хәрби округында командирлыҡ вазифаларында. 1929 й. алып — Айырым Ҡыҙыл Байраҡлы Алыҫ Көнсығыш армияһы, 1938 й. Алыҫ Көнсығыш фронты командующийы. Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның — 9—10‑сы саҡырылыш, СССР ҮБК‑ның 15—16‑сы саҡырылыш ағзаһы, СССР ЮС‑ының 1‑се саҡырылыш депутаты. 1934—38 йй. ВКП(б) ҮК ағзалығына кандидат. Ленин (1931, 1938), Ҡыҙыл Байраҡ [1918 (№1), 1920, 1921, 1928], Ҡыҙыл Йондоҙ (1930, №1) орд., Почётлы революцион ҡорал (1920) м‑н бүләкләнгән. Репрессиялана (1938), атыла. 1956 й. аҡлана. БР торама пункттарындағы урамдарға Б. исеме бирелгән.

Әҫәрҙ.: Статьи и речи. М., 1963.

Әҙәб.: Душенькин В. От солдата до маршала. М., 1964; Дайнес В.О. В.К.Блюхер — страницы жизни (к 100‑летию со дня рождения). М., 1990.

Е.П.Асабин, И.Ф.Плотников

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика