БЛОХИНДАР, сауҙагәрҙәр. Кондратий Игнатьевич Б. (1815—?), 1‑се гильдия сауҙагәре. Өфөлә араҡы з‑ды, шарап магазины, иҫерткес эсемлектәр һатыу йорто һәм кафе‑ресторанлы склад тота; галантерея магазины, Каруанһарайҙың 9 кибете һәм 16 иҫерткес эсемлектәр һатыу йорто хужаһы була. 1863 й. һыра ҡайнатыу з‑ды аса. Уның улы — Николай Кондратьевич Б. (1843—1918, Өфө), 1‑се гильдия сауҙагәре, китап м‑н сауҙа итеүсе, нәшриәтсе. Ҙур китап магазины (1815 й. уның олатаһы Игнатий Б. тарафынан нигеҙ һалына; 19 б. башынан “Писчебумажная и книжная торговля Н.К.Блохина” фирмаһы) хужаһы була. 19 б. 60‑сы йй. алып Өфөлә Голубиный биҫтәһендә усадьба (хәҙ. Аксаков С.Т. исемендәге баҡса) биләй, 1892 й. уны В.И.Видинеевҡа һата. 19 б. 60‑сы йй. аҙағында Өфө губернаһында беренсе шәхси типография (“Печатня Блохина”) аса, унда “Уфимский листок объявлений и извещений” гәз. сығарыла, китаптар, брошюралар һ.б. нәшер ителә; Өфөлә (фаразланыуынса, 1868 й.) шәхси йәмәғәт китапханаһы төҙөй, уның фонды 70‑се йй. уртаһына ҡарай 3 мең китапҡа етә (1912 й. уны ҡалаға бирә; хәҙ. 2‑се ҡала китапханаһы). 1916 й. Өфөлә уның аҡсаһына дауахана төҙөлә. Өфө ҡ. нәҫелдән килгән почётлы гражданы. Элекке типография бинаһында (Ленина урамы, 24) уға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Б. 5 бинанан торған усадьба (Ленин урамы, 24), Б. торлаҡ йорто (Пушкин урамы, 112/2) һәм Б. араҡы з‑ды (Пушкин урамы, 112/3) биналары комплекстары — архитектура ҡомартҡылары.

Әҙәб.: Барсов Н.Н. На заре книжного и библиотечного дела в Уфе //По тропам былого. Уфа, 1980.

Ф.Д.Әхмәрова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика