БЛОХИН Алексей Александрович (30.5.1897, Ярославль губ. Головин а. 6.10.1942, Ишембай ҡ.), инженер‑геолог. Геол.‑минералогия ф. канд. (1937), проф. (1937). Мәскәү тау акад. тамамлағандан һуң (1929) “Уралнефть” тресы Стәрлетамаҡ разведка быраулауы контораһының баш геологы, 1934 й. алып СССР Ауыр сәнәғәт ХК Баш геол. идаралығының нач. урынбаҫары, 1941 й. башлап Башҡ‑н нефть экспедицияһы нач. урынбаҫары һәм СССР ФА Геол. фәндәре ин‑тының (Мәскәү) дир. урынбаҫары булып эшләй. Башҡортостанда нефткә тәүге геол. эҙләнеү эштәрен ойоштороусы. Б. етәкс. Ишембай нефть ятҡылығы асыла. Б. нефтле массивтарҙың рифлы тәбиғәте (ишембай тибы) т‑да фараз әйтә. Б. исеме м‑н Ишембайҙа урам аталған һәм уға һәйкәл ҡуйылған.

Әҫәрҙ.: Стратиграфия палеозойских отложений бассейна рек Нугуша и Белой //Известия Академии наук СССР. Серия геологическая. М., 1947. №3.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика