АБРАМЧУК Владимир Павлович (22.1.1945, Новосибирск ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. РФ‑тың атҡ. төҙөүсеһе (1994). Новосибирск т. юл транспорты инженерҙары ин‑тын тамамлағандан һуң (1968) Әрмәнстанда эшләй, 1979 й. алып Байкал—Амур магистрале төҙөлөшөндә тоннель отряды начальнигы. 1981 й. башлап 30‑сы төҙөлөш идаралығының (Межгорье ҡ.) баш инженеры, 1988 й. — начальнигы. А. етәкс. ташлы тупраҡтарҙа ҙур тороҡло ер аҫты ҡоролмаларын тиҙ төҙөүҙең яңы технологиялары үҙләштерелә. Йомағужа һыуһаҡлағысын, Өфөлә автоюлдар тоннелен, магистраль газ торбаларын һ.б. төҙөүҙә ҡатнаша. БР Дәүләт Йыйылышының 1—3‑сө саҡырылыш депутаты. СССР МС пр. лауреаты (1989). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1989), Почёт (2000) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018