“БЛОКЖИЛКОМПЛЕКТ”, торлаҡ, производство, склад өсөн тәғәйенләнгән шассиға контейнер тибындағы стационар һәм мобиль ҡоролмалар етештереү пр‑тиеһы. 1970 й. нигеҙ һалына, 1974 й. “Востокнефтестройматериалы” тресының Октябрьский металл конструкциялар з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1984 й. алып “Б.” ПБ, 1993 й. башлап ААЙ, 2009 й. Чайковский ҡ. (Пермь крайы) теркәлгән. Составы: металл конструкциялар (1974 й. нигеҙләнгән), вагон‑йорттар (1977), пенополистирол (1992), ағас эшкәртеү (1997), транспорт (1998) цехтары. 1999 й. 704 кеше эшләгән. Гараждар, теплицалар, автомобиль цистерналары, төҙөлөш металл конструкциялары һ.б. етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.