БЛИНОВ Леонид Павлович [20.6.1928, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Байҡы а. (БР‑ҙың Ҡариҙел р‑ны) — 10.10.1998, Ҡазан], иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1973), проф. (1977). РФ‑тың атҡ. иҡтисадсыһы (1982), ТАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1991), Рәсәйҙең почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1998). Ҡазан финанс‑иҡт. ин‑тын тамамлағандан һуң (1960) 1998 й. тиклем шунда уҡ эшләй: 1968 й. алып ситтән тороп уҡыу ф‑ты деканы, 1978 й. — финанстар каф. мөдире, 1984—93 йй. ғилми эштәр б‑са проректор. Фәнни хеҙмәттәре а.х. производствоһы, а.х. капитал һалыуҙы планлаштырыу һәм һөҙөмтәле эшләтеү проблемаларына; баҙар иҡтисадына күсеү шарттарында финанс- тарҙың теоретик һәм практик проблемаларына арналған. 500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1986).

Хеҙм.: Экономическая эффективность капитальных вложений в сельское хозяйство. Казань, 1967; Финансово‑кредитные проблемы сельскохозяйственного производства. Казань, 1975.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика