БЛИЗНЕЦОВ Альберт Васильевич (29.9.1935, БАССР‑ҙың  Шишмә р‑ны Шишмә ҡсб), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (2002), проф. (1994). БАССР‑ҙың атҡ. зоотехнигы (1980). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1960) БНИИСХ‑ла эшләй (1967—72 йй. лаб. мөдире). 1973 й. һәм 2010 й. алып БДАУ‑ҙа уҡыта, 1978—97 йй. айырым зоотехния каф. мөдире, 2002—09 йй. малс‑ҡ продукттарын етештереү технологияһы каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре Көньяҡ Урал шарттарында сусҡа ите етештереүҙе интенсивлаштырыу проблемаларына арналған. Б. етәкс. сусҡаларҙы ашатыу өсөн микробиол. синтез аҡһымдарын ҡулланыу б‑са тәҡдимдәр уйлап табыла һәм сусҡаларҙың дюрок, эре ҡара, ландрас һ.б. тоҡомдарын файҙаланып сусҡа үрсетеүҙең төбәк системаһы индерелә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Проблемы интенсификации и повышения эффективности свиноводства в Республике Башкортостан. Уфа, 1997; Производство свинины при интенсификации отрасли в условиях Южного Урала. М.; Уфа, 2002.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика