БЛЕДНЫХ Василий Васильевич (21.7.1938, Өфө), инженер‑механик. Рәсәй а.х. фәндәре акад. академигы (2007), техник ф. д‑ры (1990), проф. (1991). РФ‑тың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1993), РФ‑тың почётлы юғары белем биреү хеҙм‑ре (1998). Силәбе а.х. механизациялау һәм электрлаштырыу ин‑тын тамамлағандан һуң (1961) БАССР‑ҙың Мәләүез һәм Фёдоровка р‑ндары “Сельхозтехника” пр‑тиеһы бүлексәләренең баш инженеры. 1967 й. алып Силәбе агроинженерҙар акад. эшләй (өҙөклөктәр м‑н): ғилми‑тикшеренеү бүлеге нач., Иҫәпләү үҙәге етәксеһе, иҡт. каф. мөдире, 1973—78 йй. а.х. механизациялау ф‑ты деканы, 1980 й. башлап уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са проректор, 1986—2008 йй. ректор, 2009 й. алып баш ғилми хеҙм‑р. 1978—80 йй. Кубаның юғары белем биреү министрлығы (Гавана) советнигы. Фәнни тикшеренеүҙәре а.х. машиналарын һәм технологияларын иҡт.‑матем. ысулдар нигеҙендә проектлауға арналған. Тикшеренеү һөҙөмтәләре Силәбе өлк. машиналар эшләү пр‑тиеларында индерелгән. Силәбе өлк. Закондар сығарыу йыйылышының 4‑се саҡырылыш депутаты. 1996—2008 йй. “Оло Урал” ассоциацияһының а.х. машиналарын эшләү б‑са фәнни‑техник советы етәксеһе, 1999 й. алып Рәсәй а.х. фәндәре акад. а.х. машиналарын эшләү б‑са “Урал төбәктәре” төбәк‑ара үҙәге етәксеһе. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 42 уйлап табыу авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1990), Дуҫлыҡ (2008) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Вычислительная техника в инженерных и экономических расчётах. 3‑е изд. М., 1988 (авторҙ.); Практикум по сельскохозяйственным машинам. 3‑е изд. М., 1999 (авторҙ.); Техническое обслуживание и ремонт машин в сельском хозяйстве. 2‑е изд. М., 2003 (авторҙ.).

Р.С.Рәхимов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика