БЛАРАМБЕРГ Иван Фёдорович (8.4.1800, Майндағы Франкфурт ҡ., Германия — 8.12.1878, Таврия губ. Чоргун а.), топограф. Ген.‑лейт. (1862). 1828—29 йй. — рус‑төрөк һуғышында, 1817—64 йй. — Кавказ һуғышында, 1852 й. — Коканд походында, 1844 й. ҡаҙаҡ ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Гессен ун‑тын (1823), Бәйләнеш юлдары инженерҙары корпусы ин‑тын (С.‑Петербург, 1828) тамамлаған. 1824 й. Рәсәй подданныйлығын ҡабул итә. 1826 й. алып рус армияһында. 1830 й. башлап Ген. штабта хеҙмәт итә. 1836 й. һәм 1841—55 йй. — Кавказ, Төркөстан һәм Урал, 1837—40 йй. Фарсы иле буйлап геогр. экспедицияларҙа ҡатнаша; башҡорттар, татарҙар, сыуаштар һ.б. халыҡтар т‑да тасуирлама ҡалдыра. 1843 й. алып Ырымбур айырым корпусының обер-квартирмейстер вазифаһын башҡарыусы, 1845—55 йй. — обер‑квартирмейстеры. Вятка губернаһында, Ҡазан губернаһында һәм Ырымбур губернаһында топография һәм картаға төшөрөү эштәренә етәкселек итә. 1856 й. башлап Хәрби‑топография депоһы дир., 1863 й. — Ген. штабтың Баш идаралығы Хәрби‑топография бүлеге идарасыһы, 1866 й. — Хәрби‑топография бүлеге нач., бер үк ваҡытта 1857 й. алып Рәсәй империяһының Ген. картаһын (СПб., 1863) нәшер итеүгә әҙерлек б‑са Рәсәй география йәмғиәте комиссияһы рәйесе. 1869—71 йй. Баш штабтың Хәрби‑ғилми ком‑ты ағзаһы. 3‑сө (1846) һәм 4‑се (1831) дәрәжә Изге Владимир, Аҡ Бөркөт, 2‑се (1841) һәм 3‑сө (1830) дәрәжә Изге Анна, 3‑сө дәрәжә Изге Станислав орд. (1833), “Батырлыҡ өсөн” яҙыулы алтын шпага, сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҫәрҙ.: Военно‑статистическое обозрение Оренбургской губернии //Военно‑статистическое обозрение Российской империи. 1848. T.15. Ч.2; Воспоминания. М., 1978.

В.С.Агте

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика