“БЛАГОВЕЩЕНСКХИМСТРОЙ”, сәнәғәт, соц.‑мәҙәни тәғәйенләнешле объекттар, торлаҡ төҙөү пр‑тиеһы. 1988 й. Благовещен төҙөлөш идаралығы (1977 й. нигеҙләнгән) базаһында “Химволокно” ПБ (хәҙ. “Полиэф” ААЙ) объекттарын төҙөү өсөн “Б.” тресы булараҡ нигеҙ һалына. 1990 й. алып производство төҙөлөш‑монтаж берекмәһе, 1993 й. — дәүләт төҙөлөш пр‑тиеһы, 1999 й. — ДУП, 2003 й. ябыла. “Б.” составына (1999) производство әҙерләү (металл конструкциялар, бетон бутағыс, эретмә участкалары), механизация һәм автотранспорт цехтары (бөтәһе лә 1986 й. нигеҙләнгән); төҙөлөш‑монтаж участкаһы (1977) ингән. 1999 й. 261 кеше эшләгән. Бетон, төҙөлөш эретмәһе, стена һәм фундамент блоктары етештергән.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.