АБРАМОВИЧ Семён Шмилович (20.5.1929, Арцыз ҡсб, Румыния), физик‑химик. Техник ф. канд. (1968). Черновцы ун‑тын тамамлағандан һуң (1952) Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда эшләй. 1956—96 йй. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда: 1958 й. алып лаб. етәкс., 1967—94 йй. бүлек мөдире.

Фәнни тикшеренеүҙәре нефттән майҙар алыу технологияларын эшләү м‑н бәйле. 40-ҡа яҡын фәнни хеҙмәт һәм 39 уйлап табыу авторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1980). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1974).

Тәрж. Л.И.Шарапова

 

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018