БЛАГОВЕЩЕНКА, Липовка, Архангел р‑нындағы ауыл, Липовка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 20 км һәм Приуралье т. юл ст. Т.-Көнб. табан 31 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 192 кеше; 1939 — 379; 1959 — 313; 1989 — 556; 2002 — 542; 2010 — 490 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1906 й. һуң Стәрлетамаҡ өйәҙендә нигеҙ һалына. 50‑се йй. ҡарай Благовещен ҡасабаһы (30‑сы йй. нигеҙләнгән) һәм Липовка утары (19 б. аҙ. латыштар Липовка колонияһы бу- лараҡ нигеҙ һала) ҡушыла. А.Н.Рубан ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Текст на русском языке

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Яндекс.Метрика