БЛАГОВЕЩЕНИЕ ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР МОНАСТЫРЫ, 1838 й. Өфөлә (Усол урамы, хәҙ. Сочи урамы) Минзәлә өйәҙенең Бетьки а. келья йыйыштырыусылар-ҡара эшселәр общинаһын үҙгәртеп ҡороуҙан барлыҡҡа килә. Ойоштороусыһы — Филарета. Монастырь эргәһендә 3 сиркәү була. Благовещение сиркәүе (баш) яртылаш таштан, 5 көмбәҙле, 1850 й. төҙөлә, 1867 й. изгеләндерелә. 3 өҫтәле була: төп өҫтәл — Благовещение Пресвятая Богородица хөрмәтенә (1867 й. изгеләндерелә), уң приделдағыһы — изге Иоанн Предтеча Раштыуаһы, һулдағыһы изге апостол Андрей Первозванный хөрмәтенә арнап эшләнә. Икенсе, таш сиркәү 1852 й. төҙөлә; 2 өҫтәле була: төп өҫтәл — изге Благоверный кенәз Александр Невский хөрмәтенә, приделдағыһы Скорбящая Божья Матерь хөрмәтенә ҡуйыла. Өсөнсө сиркәү 2‑сеһенә төкәтеп төҙөлә, 1897 й. изгеләндерелә; 2 өҫтәле була: төп өҫтәл — Иверская Божья Матерь мөғжизәле иконаһы хөрмәтенә (1897 й. изгеләндерелә), приделдағыһы Святитель һәм Чудотворец Николай Марликийский хөрмәтенә эшләнә. Монастырь комплексы 4 манара һәм 3 ҡапҡалы таш стена м‑н уратылған. Монастырҙа өҫтәлгә ҡуйыла торған алтын ялатылған көмөш тәре (17 б.), Инжил (1763 й. баҫыла) һаҡлана. 1838 й. — 15 монахиня, 15 послушница (монахиня булырға әҙерләнеүсе) һәм настоятельница (монастырь етәксеһе); 1918 й. 575 сестра (нигеҙҙә, тирә‑йүндәге ауылдарҙан крәҫтиән ҡыҙҙары) йәшәй. 1845 й. монастырға Ҡариҙел аръяғынан — 150 дисәтинә, Өфө өйәҙе Богородская улусының Глумилин а. эргәһенән (хәҙ. Өфө терр.; Н.Н.Барсовтың олатаһы священник Я.П.Барсовтан бүләк) 400 дисәтинә ер бирелә, 1918 й. Өфө өйәҙе Богородская һәм Нуғай улустарында, Бөрө өйәҙенең Пономарёвка улусында 843 дисәтинә ергә эйә була. Монастырҙың ш. уҡ Бөрө й. тирмәне, май‑шәм з‑ды, алтын м‑н ҡайыу, икона төшөрөү, келәм туҡыу һәм 2 карета эшләү оҫтаханалары, просвирня (ҡалас бешереү), хужалыҡ ҡаралтылары, 8 йорто була. 19 б. башында монастырь аҡсаһына таштан төҙөлгән 2 ҡатлы сиркәү‑мәхәллә мәктәбе эшләгән.

Монастырь хәйриә м‑н шөғөлләнә: 1868 й. дини ҡатламдан булмаған ҡыҙ балалар өсөн уч‑ще асыла, 1892 й. Өфөнөң (ҡаланың боронғо өлөшөндә, Золотухин слободаһы һ.б.) ярлы ҡатындар өсөн бушлай ашхана ойошторола. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында һалдат балалары өсөн 45 урынлыҡ приют асыла, сиркәүмәхәллә бинаһы лазарет өсөн бирелә. 1918 й. Б.ҡ.‑ҡ.м. ябыу т‑да ҡарар ҡабул ителә; 1919 й. 240 сестранан а.х. артеле ойошторола. Әммә ҡорамдарҙа ғибәҙәт ҡылыу 1929 й. ла дауам итә, аҙаҡ монастырь ерҙәре национализациялана, Иверский һәм Александр Невский сиркәүҙәренән көмбәҙ төшөрөлә, биналарҙа төрлө учреждениелар урынлаша; 1930 й. Благовещение ҡорамы емертелә. Настоятельницалары: Филарета (1821 й. алып), Евпраксия (1858 й. алып), Дорофея (1894 й. алып), Иннокентия (1898 й. алып), Зосима I (1908 й. алып), Клавдия (1914—19 йй.), Зосима II (1920—29 йй.). Иверский һәм Александр Невский сиркәүҙәре (Сочи урамы, 8), торлаҡ бинаһы, мунса һәм икмәкханалар (Сочи урамы, 10), мәктәп (Сочи урамы, 12) тарих һәм архитектура ҡомартҡылары булып тора.

О.В.Васильева, П.В.Егоров

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика