БЛАГОВЕЩЕН УЙПАТЛЫҒЫ, Волга‑Кама антеклизаһы эсендәге беренсе дәрәжәле ҙур кире тектоник структура. Протерозой һәм палеозой ултырмаларында айырыла. Б.у. кристаллы нигеҙ өҫтөнән башлап һәм рифей‑венд ҡатламында Благовещен уйһыулығы һәм Благовещен депрессияһы тура килә, был б.у. ҡатламдарҙы үтәнән‑үтә тишеп сыҡҡан уйпатлыҡтар тибына индерергә мөмкинлек бирә. Палеозой киҫелеше б‑са структура формалары рельефлылығының һүлпәнәйеүе күҙәтелә. Уйпатлыҡтың морфологияһы ҡултыҡ рәүешендә, Ағиҙел депрессияһы яғына асыла. Йүнәлеше төньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай. Төньяҡта — Башҡорт көмбәҙе, көньяҡта — Көньяҡ Татар көмбәҙе, көнбайышта — Бөрө биләне һәм көнсығышта Ағиҙел депрессияһы м‑н сиктәш (ҡара: Тектоника). Оҙонлоғо 150 км, киңлеге 110 км. Палеозой ҡатламдарында Б.у. көньяҡ-көнсығышҡа табан ауышҡан. Аҙ һиҙелгән көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайыш борты, текә төньяҡ-көнсығыш борты бар, структураның төбө яҫы. Урал алды бөгөлөнә тоташҡан күсәр өлөшөндә төбөнөң күсәр б‑са аҙ ғына түбәнәйеүе күҙәтелә. Көнбайыш һәм төньяҡ‑көнбайыш өлөштәрендә Бөрө биләненән ингән Баҙы, Саҡмағош, Ҡарайерек, Андреевка урҙарының остары тигеҙләнә. Б.у. ҡалған терр‑яһында ур структуралары субмеридиональ (субурал) йүнәлешле, терриген девон һәм аҫҡы карбон, карбонатлы өҫкө девон һәм урта карбон горст һыма структураларының һәм ярыҡ (грабен) янындағы урҙарға тура килә. Б.у. Алкин, Боҙаяҙ, Сергеевка һ.б. нефть ятҡылыҡтары инә. Яңы ятҡылыҡтар асыу перспективалары грабен рәүешле бөгөмдәр, горст һымаҡ зоналар һәм борт өлөштәре дауамдарындағы палеозой тышлығын тикшереүгә бәйле.

Әҙәб.: Хачатрян Р.О. Тектоническое развитие и нефтегазоносность Волжско‑Камской антеклизы. М., 1979; Лозин Е.В. Тектоника и нефтеносность платформенного Башкортостана. В 2 ч. Ч.2. М., 1994.

Е.В.Лозин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика