БЛАГОВЕЩЕН СӘНӘҒӘТ‑ГУМАНИТАР ТЕХНИКУМЫ, 1989 й. Туймазы индустриаль техникумының киске бүлеге булараҡ нигеҙ һалына, 1999 й. алып Б.с.‑г.т. Уҡытыу көндөҙгө һәм киске бүлектәрҙә мәғлүмәтте эшкәртеүҙең һәм идара итеүҙең автоматлаштырылған системалары, машина эшләү технологияһы, органик матдәләрҙең химик технологияһы һөнәрҙәре б‑са алып барылған. Китапханаһы, 2 химия, автоматик проектлау системаһы лаб., 2 компьютер класы була. Благовещен арматура заводы һәм “Полиэф” ААЙ м‑н хеҙмәттәшлек итә. 1,5 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2011). 2013 й. Б.с.‑г.т. һәм Благовещен педагогия колледжы нигеҙендә Благовещен киң профилле һөнәр биреү колледжы асыла.

В.Г.Шадрин

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика