БЛАГОВЕЩЕН РАЙОНЫ, БР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Мишкә, Ҡариҙел, көнсығышта — Нуриман, көньяҡта — Иглин һәм Өфө, көнбайышта Кушнаренко, Бөрө р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола, район составына Өфө кантоны улустары инә (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Өфө р‑ны составына индерелә. 1965 й. 13 ғин. яңынан ойошторола. Майҙаны — 2259 км2. Адм. үҙәге — Благовещен ҡ., Өфөнән төньяҡҡа 42 км һәм Загородная т. юл ст. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 18 км алыҫлыҡта ята. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 39,6; 1959 — 29,1; 1989 — 17,9; 2002 — 15,9; 2010 — 15,5; 2018 — 14,3. Милли составы (2010): урыҫтар — 56,1%, башҡорттар — 19,7%, мариҙар — 11,5%, татарҙар — 10,4%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 7,2 кеше/км2. Районда 15 ауыл советы, 99 ауыл торама пункты бар, иң ҙурҙары: Ильина Поляна (2,0 мең кеше), Бедеева Поляна (1,7 мең), Удельно‑Дыуанай (1,1 мең) ауылдары.

Төп терр‑я рельефы — Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегенән, төньяҡ‑көнсығыш сик өлөшө Өфө яйлаһының көньяҡ‑көнбайыш армыттарынан тора. Төньяҡ‑көнсығыш өлөшө — Башҡорт көмбәҙе һәм уның ситке зонаһы, көньяҡ‑көнбайышы Бөрө биләне сиктәрендә урынлашҡан. Эзбизташ (Угрюмовский), ҡом‑ҡырсын ҡатнашмаһы (Антоновка, Разбойный Перекат, Түб. Ахлыстин, Яблочный һ.б.), кирбес етештереүҙә ҡулланылған балсыҡ һәм ҡомло балсыҡ (Сургуч), кирбес‑черепица сеймалы (Николаевка), нефть ятҡылыҡтары (Ҡушкүл, Трошкин, Фёдоровка һ.б.), ер аҫты һыуҙары ятҡылыҡтары (Өфө) асылған. Климаты континенталь, ҡоро. Уртаса йыллыҡ т‑ра — 2,5°С, ғин. уртаса т‑ра — -14,3°С, июлдә — 19,5°С. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары — 550—650 мм, йылы осорҙа — 350—400 мм. Гидрографик селтәр Ағиҙел, Өфө йй. һәм уларҙың ҡушылдыҡтарынан, һыубаҫар туғай күлдәренән ғибәрәт. Аҡһыл һоро урман тупрағы, йылға үҙәндәре буйлап туғай тупрағы таралған; район майҙанының 35%‑ын киң япраҡлы‑ҡара ылыҫлы урмандар ҡаплаған. Ландшафы урман‑далалы, антропоген факторҙар йоғонтоһонда үҙгәргән. Хайуандар донъяһы дала һәм урман төрҙәренән тора. Ҡарағай ултыртмалары (Благовещен) — тәбиғәт ҡомартҡыһы.

2018 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 125,0 мең га (дөйөм майҙандың 55%‑ы) тәшкил итә, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 46,0, сабынлыҡтар — 19,5, көтөүлектәр — 58,9; урмандар майҙаны — 80, ер өҫтө һыуҙары — 3,1. Район төньяҡ урман‑дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [3 АХПК, 8 ЯСЙ, 47 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген, мал аҙығы һәм техник культуралар үҫтереүгә, ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы, ҡош үрсетеүгә махсуслаша. Район терр‑яһында “Турбаҫлы бройлерҙары” ААЙ бар. “БАЗ”, “ПОЛИЭФ”, “Благовещен тимер‑бетоны”, “Благовещен суднолар ремонтлау һәм суднолар эшләү заводы” АЙ‑лары, “СИБУР‑ПЭТФ”, “Ағиҙел”, “Башҡортостан генерациялау компанияһы”, “Көнсығыш арматура компанияһы” ЯСЙ‑лары, “ИДС Технологии” ҒПП, Өфө эргәһендәге ТЭЦ филиалы, “Арматура заводы”, “Полиплекс”, “Благовещен пластигы” ЯСЙ‑лары, “Йылылыҡ үткәрмәүсе материалдар” з‑ды, “Сателлит заводы”, юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Өфө—Бөрө—Яңауыл, Благовещен—Павловка—Ҡыҙылъяр автомобиль юлдары үтә; Загородная т. юл ст. алып “ПОЛИЭФ” һәм “Благовещен тимер‑бетоны” АЙ‑ларына тиклем инә торған тимер юл һуҙылған. Судносылыҡ осоронда респ. райондары м‑н бәйләнеш Ағиҙел һәм Өфө йй. буйлап булдырыла. Б.р. үҙәк иҡтисади төбәккә инә.

Районда 20 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 12‑һе урта мәктәп, ш. иҫ. Благовещен гимназияһы ¹1, 11 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, “Олимп” үҫмерҙәр клубы; үҙәк район һәм 2 ауыл участка дауаханаһы, 25 фельдшер‑акушерлыҡ пункты; 21 ауыл мәҙәниәт йорто һәм клубы, 18 китапхана бар. 9 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Панорама” гәз. нәшер ителә.

М.Ф.Хисмәтов

Тәрж. З.Б.Латыпова

 

Текст на русском языке

Карта района