БЛАГОВЕЩЕН ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1876 й. Благовещен уҡытыусылар семинарияһы булараҡ нигеҙ һалына, 1919 й. алып 3 йыллыҡ пед. курстары, 1921 й. — пед. техникумы, 1950 й. — физик культура техникумы, 1958 й. — пед. уч‑щеһы, 1997 й. Б.п.к. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә башланғыс кластарҙа уҡытыу (башҡ., мари һәм урыҫ бүлектәре), мәктәпкәсә йәштәге балалар пед., соц. педагогика, физик культура һөнәрҙәре б‑са алып барылган. Китапханаһы, музейы була. 15 меңгә яҡын белгес әҙерләнгән (2011). Колледж бинаһы (1873 й. төҙөлгән) тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы булып тора; 1985 й. уға Г.М.Мишенёвҡа һәм Көньяҡ Урал пулемётсылар училищеһына арналған 2 мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. 2013 й. б.п.к. һәм Благовещен сәнәғәт‑гуманитар техникумы нигеҙендә Благовещен киң профилле һөнәр биреү колледжы асыла.

О.И.Токтаев

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика