БЛАГОВЕЩЕН ЗАВОДЫ, 1755 й. Нуғай даруғаһы Күл‑Иле‑Мең улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Потеха й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында М.С.Мясников (ҡара: Мясниковтар) тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Мясниковтар, 1772 й. алып Хлебниковтар, 1806 й. — А.П.Полторацкая, 1835 й. — Дашковтар; 1918 й. национализациялана. Благовещен тау округына ингән. 1757 й. эшләй башлай. 8 баҡыр иретеү мейесе һәм шплейзофен горны, 1806 й. 6 баҡыр иретеү мейесе, шплейзофен һәм гармахер горндары, 19 б. уртаһында — 6 баҡыр иретеү мейесе, шплейзофен һәм штыклы горндар, 1862 й. 2 суйын иретеү мейесе (вагранка) һәм пар сүкеше була. 18 б. аҙ. ҡарай б.з. яҡынса 54 мең дисәтинә ер биләй. 1789 й. заводҡа 157 рудник (4‑һе эшләй) ҡарай, 19 б. 30‑сы йй. — 147 рудник (6‑һы эшләй). 1790 й. заводта 789 мастеровой һәм эшсе кеше иҫәпләнә; 1805 й. мастеровой һәм эшсе кешеләр — 290, крепостной крәҫтиәндәр — 434. Эшләү дәүерендә 653 мең бот таҙа баҡыр иретелә, уртаса етештереүсәнлек — йылына 5 мең бот, макс. — 14 мең бот (1858); 1863—65 йй. 24 мең бот суйын иретелә. 1866—79 йй. баҡыр етештерелмәй. 1860 й. завод эргәһендә Ҡазан, Минзәлә, Һамар һәм Өфө ҡҡ. оҙатылыусы “Уфимка” ҡул елгәргесе (1873 й. 38 дана етештерелә, 1874 й. — 102, 19 б. аҙағында — йылына яҡынса 2 мең дана) һ.б. а.х. ҡорамалдары сығарыу б‑са механика оҫтаханаһы ойошторола. 1773—75 йй. завод эшләмәй. 1813 й. б.з. эшселәре эш хаҡын арттырыу һәм аҙыҡ‑түлек биреү талабы м‑н сығыш яһай (яҡынса 400 кеше ҡатнаша). 1917 й. сент. заводта дружина (ҡара: Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмалары) ойошторола, уның бер өлөшө 1918 й. июлендә А.М.Чевёрев етәкс. отрядҡа ҡушыла. Б.з. базаһында Благовещен арматура заводы төҙөлә. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында БР‑ҙың Благовещен ҡ. урынлашҡан. Б.з. төп корпусы (1864) — тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы.

Әҙәб.: Мещеряков В.Е. Благовещенский арматурный завод: история и современность: очерки. Уфа, 2001.

З.И.Гудкова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика