АБРАМОВА Лариса Михайловна (14.9.1957, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Мебельный ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Бельский а.), геоботаник. Биол. ф. д‑ры (2005), проф. (2008), БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2013). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) шунда уҡ эшләй (1988 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р). 2002 й. алып Ботаника баҡса‑институтының лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге үҫемлектәрҙең юғалып барыусы һәм һирәк төрҙәренең биол. күп төрлөлөгөн өйрәнеүгә һәм һаҡлауға, төбәк флораһының һәм үҫемлектәренең антропоген трансформацияһы проблемаларына, респ. өсөн традицион булмаған декоратив, дарыу һәм тәмләткес‑хуш еҫле үҫемлектәр интродукцияһына арналған. А. ҡый үләндәренең 150‑нән ашыу үтеп инеү сығанағын асыҡлай, экосистемаларҙа уларҙың һанын һәм таралыуын контролдә тотоу ысулдарын эшләй. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Пряно‑ароматические и лекарственные растения в производстве алкогольных напитков. М., 2008 (авторҙ.).

Ф.К.Мортазина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке