• Печать

“БЛАГОВЕЩЕН”, ҡошсолоҡ фабрикаһы. 1974 й. Благовещен р‑ны Ильина Поляна а. нигеҙ һалына, 1991 й. алып “Дуҫлыҡ” АЙ, 1995 й. — “Степановский” ҡошсолоҡ с‑зы, 1999 й. — “Б.” ҡошсолоҡ ф‑каһы, 2000 й. — “Башптицепром” ДУАХП бүлендек пр‑тиеһы, 2003 й. ябыла. 1999 й. “Б.” составына ингән төп етештереү цехтары: етештереү, йомортҡаларҙы сорттарға айырыу һәм ҡаптарға һалыу, себеш үҫтереү (бөтәһе лә 1974 й. нигеҙләнгән), инкубация (1997), ҡош салыу; ярҙамсы цехтар: витаминлы үлән ондары әҙерләү (1990) һ.б. 1999 й. 326 кеше эшләгән. Ер майҙаны 15339 га тәшкил иткән, ш. иҫ. ауыл хужалығы ерҙәре — 14144 га (һөрөнтө ерҙәр — 8764 га); ҡош һаны — 438 мең, ш. иҫ. йомортҡа һалған тауыҡтар — 205 мең; йомортҡа һалыу — йылына 148 дана; себеш сығарыу — 74%, себештәр һаҡланғанлығы — 88%, оло ҡоштар һаҡланғанлығы — 90%; йомортҡа етештереү — 30 млн дана, ит — 418 т. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке